Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
7 Март 2025, 10:50

Келәм яуаплылыҡ талап итә

Спорт менән шөғөлләнеү, был өлкәлә камиллашыу, яңынан-яңы үрҙәр яулау өсөн бөтә уңайлыҡтар булған урында, ҙур ҡалала йәшәү мотлаҡ түгел икән. Күңелеңде елкендергән хыялыңды шарттары булған бәләкәй ҡалала ла тормошҡа ашырырға мөмкин.

Келәм яуаплылыҡ талап итәКеләм яуаплылыҡ талап итә
Келәм яуаплылыҡ талап итә

Спорт менән шөғөлләнеү, был өлкәлә камиллашыу, яңынан-яңы үрҙәр яулау өсөн бөтә уңайлыҡтар булған урында, ҙур ҡалала йәшәү мотлаҡ түгел икән. Күңелеңде елкендергән хыялыңды шарттары булған бәләкәй ҡалала ла тормошҡа ашырырға мөмкин.

Милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн генә Мәләүезгә килеп, уҡыуын 5-се кластан ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында дауам иткән Аптраҡ ауылы егете Ислам Әминевтың спорт өлкәһендәге юлы тап шулай башлана.

Ун йәшенән бил ныҡлығын һынаған, бөгөн спорт мастерына кандидат исеменә эйә спортсының ирешкән һөҙөмтәләре, яулаған уңыштары байтаҡ.

Ислам үҙенең тәүге тапҡыр келәмгә аяҡ баҫҡан, Кинйә Арыҫланов исемендәге асыҡ республика турнирында ҡатнашҡан көнөн хәтерләп, уны һөҙөмтәһеҙ сығыш тип иҫәпләһә лә, бәлки тап шул мәл уның сәмен, ныҡышмаллығын арттырыуға сәбәпсе булғандыр? Киләсәктә бер-бер артлы килгән уңыштарына башланғыс тап шул саҡта һалынғандыр әле?

Милли көрәш буйынса республика беренселегендә дүрт тапҡыр еңеүсе булараҡ танылған егет 2020 йылда Ҡазанда Рәсәй кимәлендәге турнирҙа беренсе, 2022 йылда икенсе, 2023 йылда Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй турнирында икенсе һәм 2024 йылда беренсе урындар яулай.

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында «Металл булмаған төҙөлөш изделиелары һәм конструкциялары етештереү» бүлеге студенты урта һөнәри белем биреү учреждениелары араһында ойошторолған Республика милли көрәш турнирында үҙе белем алған уҡыу йорто данын яҡлап, 2023 йылда - икенсе, 2024 йылда беренсе урындарға эйә була.

- Келәм илке-һалҡылыҡты, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Уға еңәм тигән уй менән баҫырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта үҙең менән көрәшергә сыҡҡан көрәшсене лә ихтирам итергә тейешлегеңде оноторға ярамай, - ти Ислам.

Ул үҙенә спортта ғына түгел, тормошта ла терәк һәм кәңәшсе булған тренеры Айнур Хисаметдиновҡа рәхмәтле.   

Быйыл ҡулына спорт мастерына кандидат таныҡлығы алған егет тап үҙенең остазы өлгөһөндә яҡташтарына ярҙам итеү ниәте менән яна.

Киләсәктә лә милли көрәште үҙ итеүселәр һаны кәмемәҫ, келәмгә Рәсәй, Башҡортостан, Мәләүез данын яҡлар өсөн Ислам кеүек әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән сәмле һәм ныҡышмал көрәшселәр сығыр, тип ышанабыҙ.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас