Зинһар, төҙәт әле йөрәгемде,
Йәлләмәйсә һүтеп бөттөләр..
Ялған дуҫлыҡ менән ышандырып,
Хистәремде тапап үттеләр.
Һәм аяуһыҙ өлөштәргә бүлеп,
Һайлап алды һәр кем кәрәген.
Шатландылар ваҡытынан алда,
Ямап ҡуйып үҙенең йөрәген.
Минең йөрәк саң, батҡаҡҡа батты,
Әрнеүгә ул түҙмәй бер аҙ ҡатты.
Ә һуңынан осҡондары осоп,
Мөхәббәтем терелеп урап ҡайтты.
Йөрәк йәнә һиңә тартылды
Ҡайнар мөғжизәле нур менән.
Ҡыштар үткәс ярһып ул талпынды,
Сихри ҡайнар хисле яҙ менән.
Беләһең бит минең йөрәкте,
Төҙәтеүҙәр кәрәк уны тиҙ.
Үҙ һүҙле һәм ғорур булмаҫмын,
Булырмын мин ғәҙел, ябай, үҙ.
Яратыусы, ихлас һәм тоғро
Йөрәгемдән бары наҙ яуыр.
Моғайын да шәптер иҫкиткес,
Хәтерләмәү булғанды ауыр.
Рәйлә Нотфуллина.
Автор фотоһы.