Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
18 Март 2025, 09:40

Март айында баҡса эштәре

Тиҙҙән яҙ етә тип ҡыуанып йөрөйһөгөҙмө, дуҫтар? Баҡса эшенә әҙерлек алып бараһығыҙҙыр, кемдеңдер тәҙрә төбөндә борос-помидоры буйға үҫкәндер. Баҡсала ҡар ятһа ла, унда ла эш етерлек. Шуларҙың бер аҙын иҫегеҙгә төшөрөп китәйек.

Һауа температураһының  юғарыға күтәрелеп, төнөн “минус”ҡа төшөүе ағастың олонона кире йоғонто яһай. Шуға ла 10 литр һыуға 1 килограмм эзбис иретеп, ағас олонон ағартырға онотмағыҙ.

Баҡсалағы ағас-ҡыуаҡтарҙы  таҙартып алығыҙ. Ҡороған, һынған, кәкере ботаҡтарҙы киҫеп ташлағыҙ. Ҡороған япраҡ, кипкән емеш ҡалдыҡтарын йыйып яндырығыҙ. Ағас олононда лишайник бар икән, уларҙы 100 грамм һыуға бер балғалаҡ тимер купоросын һалып эретеп эшкәртергә кәңәш ителә. Өс көндән лишайниктар ҡойолоп төшә. Был эшкәртеү сараһын ағаста һут йөрөшө башланмаҫ борон атҡарырға кәрәк.

Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һәм сирҙәрҙән иртә яҙҙан ҡайғыртһағыҙ, үҫемлек сәләмәт һәм мул уңыш бирәсәк. Ҡарағат ҡыуағын 10 литр һыуға 200 грамм һалып ҡайнатылған төнәтмә менән эшкәртегеҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас