Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
18 Март 2025, 09:35

Яҙһылыу

Аҡ шәленең ситен генә ҡымтыпҺыны ҡатып көлдө Яҙһылыу.Ҡайын олононда татлы йәше,Алмағасҡа сикте аҡ һырыу.

ЯҙһылыуЯҙһылыу
Яҙһылыу

Аҡ шәленең ситен генә ҡымтып
Һыны ҡатып көлдө Яҙһылыу.
Ҡайын олононда татлы йәше,
Алмағасҡа сикте аҡ һырыу.

Муйылдарҙың иңен һөйөп үтте,
Елдәре лә ҡуштан кейәүҙәй.
Аҡ тирмәле ҡыштың ҡар-боҙҙары
Иреп аҡты ҡайнар һөйөүҙән.

Умырзая баҡты көн битенә,
Ғашиҡ итеп күкте – көләсте.
Иләҫләнде ерем яҡты нурҙан,
Йөрәк менән йөрәк һөйләште,
Йыһан менән Ерем серләште.
Нәзирә ИШҠОЛОВА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас