Киң дә кеүек түгел донъя,
Түгел хәҙер тар ҙа,
Дошмандар ҙа кәмегәндәй,
Шулай уҡ дуҫтар ҙа.
Килер-китер,китер -килер,
Барыр юл оҙон,
Кемдер шәрбәтен килтерер,
Кемелер тоҙон.
Берәүҙәре ағын тағыр,
Бәғзе ҡараны,
Асып ҡараусы ла булыр,
Иҫке яраны.
Семтем-семтем,шул яраға,
Тоҙон да һибер,
Бәлки шунда,май ҙа һөртөр
Берәү ныҡ һиҙгер.
Саҡырмайым. Ҡыумайым да.
Минең үҙ ҡиблам.
Тар ҙа түгел,киң дә түгел.
Донъямда ҡалам.
Үҙ донъямда,үҙ төҫөм бар,
Ул йәйғор төҫө!
Аҡ менән ҡаралар унда,
Юғала төҫлө.
(В. Салихов диуарынан)
https://vk.com/beauty_blog19