Өфө аэропортында сәйәхәтсенең багажында крокодил башын тапҡандар.
Ир киптерелгән крокодил башын Таиландтан алып ҡайтҡан. "Йәшел коридор" аша үткәндә уны таможня хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Яҡташыбыҙ сувенирҙы шәхси коллекцияһы өсөн һатып алған икән. Ләкин үҙе менән һатып алыу фактын раҫлаған документтары, сертификаты булмаған. Ул бындай предметтар өсөн декларация һәм рөхсәт ҡағыҙы талап ителгәнен белмәгән.
Хәҙер уға штраф һәм конфискация янай.
https://vk.com/bashkortostanim