Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Март 2025, 05:00

Күршеһен ҡотҡарған

Был хаҡта https://www.bashinform.ru/ яҙа: 

Күршеһен ҡотҡарғанКүршеһен ҡотҡарған
Күршеһен ҡотҡарған

Ҡариҙел районының Артакүл ҡасабаһында 69 йәшлек ҡатындың йорто янған. Ул, күршеһе хәрәкәтһеҙ булыуын белеп, ишекте сүкеш менән аса, ҡуйы төтөн менән ҡапланған бүлмәгә инә, зыян күреүсене таба һәм сығара. Геройҙың исеме Вячеслав Молчанов, тип хәбәр итә БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Йорт тулыһынса янып бөтә, блоклы стеналар ғына һаҡланып ҡала. Янғын ҡыйыҡтан башланған. Сәбәбен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре асыҡлай.

Автор: Элина Ахметова.

Автор:
Читайте нас