Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
5 Апрель 2025, 13:20

Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр...

Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр ҙә,Яулыҡ сөйөү күптән онотолдо.Күҙен саҡ-саҡ асҡан әбейҙәргәКерпектәрҙең яһалмаһы ҡунды.

Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр...Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр...
Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр...

Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр ҙә,
Яулыҡ сөйөү күптән онотолдо.
Күҙен саҡ-саҡ асҡан әбейҙәргә
Керпектәрҙең яһалмаһы ҡунды.

Күптергәнсе ирен эшләтеүсе
Киләсәктә нимә әйтәсәк...
Ейәндәр бит ҙур иренле булған
Өләсәйҙе генә күрәсәк.

Ҡарт түгел бит хәҙер әбейҙәр ҙә,
Йәш ҡалаһы киләһе уларҙың.
Күпме тапҡыр татуаждар һыҙма,
Йәш көйөнсә тороп ҡалмайһың.

Матур ине минең бала саҡта
Ауылымдың һәр бер әбейе.
Сөйөп кенә япҡан яулыҡтары,
Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙы биҙәне.

Һағындыра матур күлдәктәге
Яулыҡ сөйгән апай- еңгәләр.
Булмаһа ла яһалма керпектәр,
Булды улар һәр саҡ сибәрҙәр.

Аллаһ биргән матурлыҡты һаҡлап,
Риза булып ҡына йәшәйек.
Аҡсабыҙҙы ҡаш-керпеккә түкһәк,
Нисек булыр беҙҙең киләсәк.

Нисек булыр икән йәш ҡыҙҙарҙың,
Алда торған ҡартлыҡ йылдары.
Аллаһ биргән матурлығы бөтөп,
Яһалма булырмы барыһы... ?

Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина)

https://vk.com/vatandash_journal

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас