Мунсала һыу эсһәң, эс күбә, ти торғайны. Көҙгө лә ҡуйырға ҡушманы. Ендәр донъяһына ишек буласаҡ, тип ҡурҡытты. Йоҡларға, йығылырға, йырларға тыйҙы. Гармунсыларҙың күбеһе мунсала уйнарға өйрәнгән дә инде тиһәм, улар йыуынырға килгәндә уйнамаған, махсус рәүештә барған, ти. Мунсаға ингәндә өс тапҡыр тамаҡ ҡырып инә. Йәнәһе лә, кеше килеүен иҫкәртә. Тауыш бирмәй инһәң, ен килеп сығыр тип ҡурҡты. Тағы бик күп ырымы онотолған инде хәҙер.
Шулай ҙа бәләкәй саҡта ҡанға һеңеп ҡалған тыйыуҙарын һәр ваҡыт үтәнем. Балаларҙы ла шулай тәрбиәләнем. Тик бына ирем генә гел көлкөгә борҙо. Эсеп иҫерһә, мунсала йоҡланы. Һыуһаһа, феләктән һыу алып эсте. Олоғая килә, тәне әллә ниндәй шырт йөн менән ҡаплана башлағас ҡына, әллә һинең өләсәйеңдең ырымдары дөрөҫкә сыға башланы инде, тип шөрләй төштө.
Ысынлап та, аяғы-ҡулы ғына түгел, арҡаһы, муйыны, елкәһе, ҡолағына ҡуйы йөн үҫә. Күҙҙәре төпкә батып, әллә ни төҫкә инде лә ҡуйҙы. Өлкәнәйгән һайын кеше үҙгәрә инде тиерһегеҙ. Оло тип, улай уҡ оло ла йәштә түгел ул. Яңы бишенсе тиҫтәһен тултырҙы. Әллә күҙенә бер нәмә күренгән инде, мунсаға ла бер үҙе йөрөмәй хәҙер. Йә йығыла, йә башына еҫ тейә, йә ҡулын эҫе һыуға тыға. Ҡояш байыһа, хатта минең менән дә бармай. Төрлө сәбәп табып, барыбер өйҙә ҡала.
Яңыраҡ мунса инеп соланда кейенеп ултырһаҡ, кейемдән әллә ниндәй еҫ сығасы, тип ырғытып ебәрҙе. Тотоп ҡараһам еүеш, ысынлап та, һаҫыҡ. Йыуынғас кейергә тип, икебеҙгә лә таҙа кейемде үҙем өйҙән алып килгәйнем.
Унан алда ла кейеме һыу булған. Өҫтән боҫланып, еүеш тамғандыр тип, кейҙем дә ҡуйҙым ти. Был нимә булырға мөмкин икән? Үҙем дә ҡурҡыуға ҡалдым...
Сания ИСМӘҒИЛЕВА.