Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
16 Апреля 2025, 17:52

МИН БИТ ӘСӘЙ

Һөйәндөрөп, көйөндөрөп

МИН БИТ ӘСӘЙМИН БИТ ӘСӘЙ
МИН БИТ ӘСӘЙ

Үҫә балам.
Балам өсөн күп нәмәгә
Күнә алам.

Үҙем өсөн әллә ниҙәр
Кәрәк түгел,
Йылмайып ҡараһа балам –
Тыныс күңел.

Ҡар-буранға, ел-дауылға
Түҙә алам,
Ышыҡтарҙа, йылыларҙа
Булһа балам.

Үҙен-үҙе яҡламай, тип
Көлөрһөгөҙ,
Балама тейеп ҡарағыҙ –
Белерһегеҙ!

Тәнҡит балама хаҡ булһа-
Туҡтатырмын,
Нахаҡ булһа, үҙегеҙҙе
Ҡыйратырмын!

…Балаларым өсөн янып
Ғүмер уҙа.
Мин бит әсәй. Сабырлыҡтар
Бирһен Хоҙай…

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас