Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
20 Апрель 2025, 16:41

Һеҙҙең ишеткәнегеҙ бармы?

Онотолоп барған, хәҙерге бала - саға ҡулланмаған олатай, өләсәйҙәрҙең һөйләш һүҙҙәре. Ситәүкә генә ваҡыт табып уҡып сыҡ әле

Диҡҡәт — ( Диҡҡәт ителмәй) Иғтибар итмәү, иғтибар бирмәү.
Әзмәүер — Эре , өлкән , ҙур.
Әмәл - ( Әмәл түгел, әмәлең юҡ бараһың инде) —, Һылтау түгел, ваҡытҡа ҡарамай .
Мөгәзәй — Магазин
Ситәүкә —Бәләкәс кенә.
Мөгәрәп — Баҙ.
Һарҡаш — Ныҡышмал.
Оңҡот — Артыҡ сая , хәрәкәтсән,, боҙоғораҡ.
Озрандап ( Озрандап ҡына йөрөй бахыр) — Ни эшләргә белмәй , туйыр- туймаҫ ҡына.
Әсмуха — Үлсәү берәмеге
Әжәл — Үлем.
Мәрйен - ваҡ муйынсаҡ , бисер.
Ҡуштан — Ыңғайыңа йөрөгән кеше.
Мөстән — Урын еренә еткереп , яйлап эшләгән кеше
Шөрҙөк — Бысраҡ
Күмәртей — Бөтәһе бергә
Кәр -(Кәре киткән инде ҡарттың)— Көсө , хәле бөткән.
Ҡурмас— Ҡыҙҙырылған бойҙай.
Шапата — Әрһеҙ.
Һәүерек —- Йәшкә бәләкәй ат.
Кәтмән — Тәпке. (Кәртүк алғанда ,,кәтмән бир "- ти торғайнылар) Кәртүк бирәләр ине
Ширҙек — Урындыҡтың таҡталарын кейҙереп ҡуя торған. ағасы
Ҡыутомшоҡ — Яңғыҙ , бер нәмәһе лә булмаған , балаһыҙ
Килмешәк — Ситтән килеп йәшәгән кеше.
Күркәм — Матур , сибәр
Һиҙәп — бәләкәс төймә.
Ваз кисеү — Өмөтһөҙлөккә бирелеү., ташлау.
Һәүәтемсә — Яйлап , үҙ ыңғайына ғына
Бишмәт —- Еңһеҙ кейем..
Биштәр — Арҡаға аҫып йөрөй торған моҡсай.
Күнәк — Биҙрә.
Бешәлкәһеҙ — Ҡулынан килмәгән , эшкинмәгән.
 
Илсиә Ҡасимова - Яныбаева.

 

Һеҙҙең ишеткәнегеҙ бармы?
Һеҙҙең ишеткәнегеҙ бармы?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас