Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
21 Апрель 2025, 10:36

“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө

Ҡала мәҙәниәт һарайында үҙидара  органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. 

 Райондың 18 муниципалитетында  халыҡ мәнфәғәтендә 150-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй.

Район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса  урынбаҫары Алексей Горев йыйылыусыларҙы ҡотлап, тармаҡ хеҙмәтсәндәренең  ҙур яуаплылыҡ талап иткән намыҫлы эше өсөн рәхмәт белдерҙе. - Беҙҙең бурыс – халыҡ менән һәм улар өсөн эшләү, тип белдерҙе ул.  Алексей Иванович бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Район Советы рәйесе Рәүф Кәримовтың сығышында  үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары, ауыл старосталары, активистарынының тынғыһыҙ хеҙмәте юғары баһаланды. “Ниндәй генә сара булмаһын, уның башланғысында һеҙҙең идея, тырышлыҡ сағылыш таба. Депуттаттар корпусы исеменән бөтәгеҙгә лә рәхмәтемде белдерәм. Берҙәм һәм бергә булғанда эшебеҙ артабан да көйлө буласаҡ”,- тине.  Район-ҡала тормошонда әүҙемлек күрһәткән бер төркөм ҡотланыусылар  Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Тантаналы сара ҡала мәҙәниәт һарайы һәм үҙешмәкәр  артистар әҙерләгән сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
“Берҙәм һәм бергәбеҙ, шуға эшебеҙ көйлө
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас