

Республикла халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә күп проекттар эшләй. Улар араһында ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгәндәр ҙә бар. Шуларҙың береһе - ”Беҙҙең ауыл” программаһы.
Йылдағыса унда Һыртлан ауылы ла ҡатнашырға ҡарар итте һәм алдан йыйылыш үткәрҙек. Күпселек тауыш менән “Һыртлан ауыл зыяраты кәртәһен яңыртыуға төҙөлөш материалдары һатып алыу” проекты менән конкурста ҡатнашырға булдыҡ. Был юҫыҡта ауыл халҡы һәм спонсорҙар ярҙамы бик урынлы буласаҡ. Ауыл зыяратын тәртиптә тотоу - мөҡәддәс бурыс.
Ринат ӘЛМӨХӘМӘТОВ, Иштуған ауыл биләмәһе башлығы.
Һүрәттә: ауыл халҡы зыярат кәртәһен яңыртыу яҡлы.
Фото шәхси архивтан.