Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
22 Апрель 2025, 04:10

Мәләүездең тырыш студенты ул!

Студент йылдары - һәр кем өсөн ҡабатланмаҫ, гүзәл бер осор ул.

Мәләүездең тырыш студенты ул!Мәләүездең тырыш студенты ул!
Мәләүездең тырыш студенты ул!

Студент йылдары - һәр кем өсөн ҡабатланмаҫ, гүзәл бер осор ул. Белем алыуҙы энә менән ҡойо соҡоуға тиңләһәләр ҙә, күңелдә мәңгелеккә урын алған күркәм мәлдәргә, романтикаға бай осор сағыу, матур хәтирәләр туплаған, яңы дуҫ-таныштар табылған йәшлеккә барып тоташа.

Мәләүез индустриаль колледжында һәр яҡтан һәләтле, әүҙем уҡыу алдынғылары байтаҡ.

Унда «ашнаҡсы-кондитер» һөнәре буйынса икенсе курста белем алған Әдилә Абдуллина ла шундай уҡыусылар рәтендә.

Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы ҡыҙы был һөнәрҙе осраҡлы ғына һайламаған, ул бала саҡтан бешеренергә ярата икән. Шуға күрә, ауыл мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, беҙҙең ҡалаға килеп уҡырға ингән.

Әдилә - уҡыу алдынғыһы, ирекмән. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барған, баскетбол, волейбол, шашка уйындарын үҙ иткән ҡыҙ, мәктәптә уҡыған сағында уҡ төрлө спорт сараларында ҡатнашҡан. Бөгөн ул спорт буйынса колледж данын яҡлай.

- Минең ағайым да ошо уҡыу йортонда белем алды. Колледж да, унда уҡытҡан уҡытыусылар ҙа бик һәйбәт, тип һөйләгәне хәтеремдә. Бында үҙемә лә бик оҡшай, - ти тырыш уҡыусы.

Тырыш, аҡыллы, колледждың йәмәғәт тормошонда ҡатнашҡан, бер саранан да ситтә ҡалмаған ҡыҙҙы уҡытыусылары ла маҡтап телгә ала.

Һәр студент кеүек Әдилә лә киләсәккә маҡсаттар билдәләй, яҡты хыялдар ҡора һәм был тормошта үҙ юлын табасағына ышана.

«Уҡыуҙы тамамлап, ҡулыңа диплом алғас, үҙеңдең эш урыныңды ҡайҙа күрәһең: күмәк кеше тамаҡ ялғаған ашхана, кафеламы әллә берәй затлы ресторандамы?» тигән һорауға яуап алып, буласаҡ ашнаҡсының уй-хыялдары менән дә таныштыҡ.

Ул киләсәген донъялағы иң кәрәкле, файҙалы һәм «тәмле» һөнәр менән бәйләйәсәге хаҡында белдерҙе. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уңыштар ғына юлдаш булһын үҙенә! 

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас