

Киҙеүҙән өҙлөгөп, улымдың һаулығына ныҡ ҡына зыян килде. Бер аҙна мәктәпкә йөрөһә, ике аҙна дауаханала ятты тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ниндәй генә врачҡа йөрөлмәне. Сәсе ҡойола башлағас, халыҡ табиптарына ла, өшкөрөүселәргә лә алып барҙым.
Ә бер көндө дауахананан нисек ҡайтҡанымды ла хәтерләмәйем: яман сиргә тикшереү үтергә ҡуштылар. Бер йыл элек 90 йәшен тултырып, бик матур ғүмер юлы үтеп, өләсәйем мәңгелек донъяға күскәйне. Илай-илай уға ялбарҙым: “Өләсәй, һин күптән ете ҡат күктәрҙе үтеп, Хоҙай тәғәлә янындаһың. Зинһар өсөн минең теләгемде еткер уға, берҙән-бер балама һаулығын бирһен...”.
Шул ваҡыт ҡараһам, тәҙрә төбөнә аҡ күгәрсен килеп ҡунды. Был матур ҡошто ҡәҙерле кешемдең рухы тип ҡабул иттем. Өркөтмәҫ өсөн ҡыбырлау түгел, тын алырға ла ҡурҡып торҙом. Гөлдөр-гөлдөр килеп бер нисә секундмы-минутмы ултырҙы ла, осоп китте. Ошо мәл минең башыма “улым мотлаҡ һауығасаҡ” тигән уй инде лә ултырҙы. Был уй миңә шул тиклем көс бирҙе. Врачтар яҙып биргән ҡағыҙҙарҙың бер ниндәй әһәмиәте ҡалманы. Шулай ҙа тейешле анализдарҙы бирҙек, белгестәрҙе үттек. Диагнозы билдәләнгәнсе улымдың тамағына аш үтә башланы. Ә иң мөһиме - ҡурҡыныс сир раҫланманы.
Быға тиклем дә һүҙҙең, уйҙың көсөнә ышана инем. Ошо ваҡиғанан һуң тағы ла нығыраҡ ышана башланым. Теге аҡ күгәрсендең өләсәйемдең рухы булыуына ла һис кенә лә шикләнмәйем.
Әлфиә САҘРЕТДИНОВА.