Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
25 Апрель 2025, 05:22

Бөгөн - ҡыҙҙарыбыҙҙың көнө

Ҡыҙлы йорт - наҙлы йорт, ҡыҙы барҙың - наҙы бар тигәндәр. Ҡыҙҙарыбыҙ бәхетле булһын!

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ!

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

(Ҡәҙим Аралбай)

Бөгөн - ҡыҙҙарыбыҙҙың көнө
Бөгөн - ҡыҙҙарыбыҙҙың көнө
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас