Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
25 Апрель 2025, 00:38

Үкенесле яҙмыш

Беҙ йыш ҡына балаларҙың бөтәһе лә каникулды көтөп ала, тип уйлайбыҙ.

Үкенесле яҙмышҮкенесле яҙмыш
Үкенесле яҙмыш

Ата-әсәһе эскән, бәйһеҙ тормош алып барған ғаиләләрҙә үҫкәндәр йәйге каникул кеүек оҙайлы ялдарҙы бик үк өнәп бөтмәүен ишеткәйнем. Ярты көнгә булһа ла иҫерек әсәйҙе күрмәй тораһың, тип сере менән уртаҡлашҡайны бер ҡыҙ. Мәктәптә иһә бер тапҡыр булһа ла йылы аш ашайҙар, ғәҙәттә, тулы булмаған, аҙ килемле ғаиләләге балаларға льгота, ташлама ҡарала бит.

Ҡала ятаҡханаларының береһендә көндөкөн-көнгә ялғап көн күргән ғаиләлә үҫкән үҫмерҙең, ҙурайғас, сит ил машинаһы алып, бөтәһен дә шаҡ ҡатырасаҡмын әле, тигән һүҙҙәре онотолмай. Яңыраҡ уның колонияла ултырыуын ишеттем. Һәм быға бер ҙә ғәжәпләнмәнем. Бының кеүек миҫалдарҙы, әлбиттә, байтаҡ килтерергә була. Ғаиләләге агрессиянан, хәйерселектән, мохтажлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан ҡасып, йөҙәрләгән, меңәрләгән бала енәйәт ҡорбанына әйләнә, йә, анау сит ил машинаһы тураһында хыялланған малай кеүек, үҙе енәйәт юлына баҫа.

Каникул - күңелле лә, сағыу ҙа осорҙан бигерәк, хәүефле лә мәл ул. Шуға күрә үҫмерҙәргә битарафлыҡ күрһәтмәйек. Сыуалышлы, үкенесле яҙмыштарға юл ҡуймайыҡ. Ни тиһәң дә, киләсәгебеҙ улар ҡулында бит. Ә үрҙә телгә алынған үҫмергә килгәндә, дөрөҫ йүнәлеш биргәндә, унан бына тигән эшсе сығыр ине.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас