

Байрамға әҙерлек ваҡыты байрамдың үҙенә ҡарағанда ла күңеллерәк.
(Япон халыҡ мәҡәле).
Байрам етһә таптырыр, ат урынына саптырыр.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Үҙең менән һәр ваҡыт байрам алып йөрөргә кәрәк.
(Э.Хемингуэй).
Тормош байрам булған ваҡытта ҡәҙимге көндәрҙе һағынаһың.
(Б.Крутиер).
Календарҙа билдәләнгән даталарға ҡарап ҡыуаныу, байрам итеү бигерәк ҡыҙыҡ.
(М.Леви).
Таҙа намыҫ кешегә һәр ваҡыт байрам тойғоһо бирә.
(Р.Бертон).
Иң ҙур байрам беҙҙең күңелебеҙҙә, эске донъябыҙҙа булырға тейеш.
(Ф.Бегбедер).
Ялҡау кеше өсөн ауырыу ҙа байрам һымаҡ.
(А.Рамнунтский).
Байрам - ул тирә-яҡ матурлығының эскә үтеп инеүе, ә эске һөйөнөстөң тышҡа сығырға атлығыуы.
(В.Кротов).
Хыяллана белгән кеше өсөн байрам һәр ваҡыт ниндәйҙер мөғжизә алып килә.
(Т.Драйзер).
Берәүҙә түш ите ашаһаң, үҙең оса итен әҙерлә.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).