

Сәсеүлеккә артыҡ яуын ниндәй зыян килтерһә, күп ашау ҙа организмға шул тиклем зарар килтерә.
(Ә. Фарадж).
Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле.)
Йәшәү өсөн ашарға, ә ашау өсөн йәшәргә түгел.
(Сократ).
Ҡарыны ас булғанда кешенең бер нәмә лә эшләгеһе килмәй, ә туйғас, эшләй алмай.
(Ф.Раневская).
Диетологтарҙың беренсе ҡағиҙәһе: әгәр ризыҡ тәмле икән, тимәк, ул зарарлы.
(А.Азимов).
Ҡатын-ҡыҙ өс осраҡта диетаға ултыра: ире ташлаһа, берәй ир-егет оҡшаһа, дүшәмбе булһа.
(Е.Филимонова).
Бер аҙнала 7 килограмға ябығырға теләйһегеҙме? Ябай ғына: көн һайын берешәр килограмм ташлағыҙ.
(М.Задорнов).
Аппетит ашаған ваҡытта килә.
(Ф.Рабле).
Бөйөк кешеләр ашау яғынан һәр ваҡыт тотанаҡлы булған.
(Оноре де Бальзак).
Тормошомда күңелһеҙлектәр булһа, тәмле итеп ашауҙан тыш, бөтә нәмәнән баш тартам.
(О.Уайлд).
Ашауҙа һәр ваҡыт сама белергә кәрәк.
(Пифагор).
Оҙаҡ йәшәргә теләһәң, аҙыраҡ аша.
(Б.Франклин).
Организм эшкәртә алмаған аҙыҡ ашаған кешенең үҙен ашай.
(Ә. Фарадж).
Беҙ көс йыйыр өсөн ашарға тейешбеҙ, ә хәл бөткәнсе ашарға түгел.
(Цицерон).