

Йылдар үткәс, бәхетһеҙмен тигән
Саҡтарҙың да ҡәҙере беленер.
Күккә сөйгән бәхетең дә, бәлки,
Бәхетһеҙлек булып күренер.
(Р.Бикбай).
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙгәрергә ярата. Улар хаҡлы түгел. Мин бәхет өсөн. Ә бәхет даимилыҡта һәм тотороҡлолоҡта, тип уйлайым.
(К.Шанель).
Үҙегеҙгә ышанығыҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, ирекле булығыҙ, тәүәккәлләгеҙ. Тормош бик тиҙ үтә. Үҙегеҙҙе йәшмен тип уйлап, ғүмер үткәнен һиҙмәй ҡалмағыҙ. Юғиһә, ҡурҡыу, оялыу сәбәпле, башҡарылмаған эштәрегеҙ ҡалыр. Ҡыйыу булығыҙ, хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Был – тормош. Иң мөһиме, бер-берегеҙҙе яратығыҙ.
(Л.Гурченко).
Матур һәм бөйөк эш башҡарып та, һеҙҙе күрмәһәләр - ҡайғырмағыҙ. Ҡояш ҡалҡыуы был тормошта иң матур күренеш булһа ла, күптәр был ваҡытты йоҡлап үткәрә бит.
(Леннон).
Мин был тормошто һөйөү менән үтергә уйлайым. Күралмаусанлыҡ - бигерәк ауыр йөк.
(М.Кинг).
Беҙ үҙебеҙ һайлаған ысынбарлыҡта йәшәргә мәжбүр, әммә был хаҡта күбебеҙ белмәй. Бәхетһеҙлегебеҙ - шунда.
(М.Фрай).
Бөтә нәмә сағыштырмаса. Бәхетле булыу өсөн башҡаларҙың һинең кеүек фекерләмәҫкә, уларҙан көткәнде эшләмәҫкә хоҡуғы булыуын аңларға кәрәк.
(Б.Шоу).
Ғәфү итә белеү – көслөләргә генә хас сифат. Көсһөҙҙәр бер ҡасан да кисермәй.
(М.Ганди).
Үҙебеҙ бәхет сығанағы булмай тороп, бәхетле булырға хаҡыбыҙ юҡ.
(Б.Шоу).
Беҙ тағы ла нығыраҡ, көслөрәк булһын өсөн, Хоҙай тәғәлә беҙгә һынауҙар ебәрә.
(Изге Тереза).