Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
13 Мая 2025, 09:30

Янғындан, ысынлап та, бер нимә лә ҡалмай

Яҙғы осорҙа республикала янғындарға бәйле хәүефлеге хәл һаҡлана.

 Күҙәтеү органдары, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, урындағы үҙидара органдары тарафынан күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, Мәләүез районында утта өс  кеше ғүмере өҙөлдө. Янғындарҙың төп сәбәбе - кешеләрҙең үҙ ғүмере һәм мөлкәтенә ҡарата битарафлығы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итеү. Иҫкәртеү һәм тыйыуҙарға ҡарай, күптәр  тәғәйенләнмәгән урында тәмәке тарта, усаҡ яға, ҡоролмаға яҡын урында  сүп-сар яндыра, төҙөк булмаған электр приборҙарын, йылытыу мейестәрен файҙалана.

Республикала 18 апрелдән янғын хәүефһеҙлеге буйынса  режим иғлан ителде. Был осорҙа ауылдарҙа, ауыл хужалығы ерҙәрендә һәм урманда усаҡ яғыу тыйыла. Режимды боҙоусыларға штраф суммаһы  икеләтә арта.

Мәләүез районында етәкселек һәм ауыл биләмәләре янғынға ҡаршы етди сара алып бара. Һәр ауыл биләмәһендә янғын профилактикаһы төркөмдәре ойошторолған, составына ирекле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәр индерелгән, улар халыҡ менән йыл дауамында  профилактик эш алып бара.

Районда дәүләт янғын хеҙмәтенән тыш, ирекле янғын һүндереү йәмғиәте төҙөлдө, ул  16 ирекле команданы берләштерә һәм  тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған. Янғынға ҡаршы көрәшеүселәр өсөн хеҙмәт һәм ял  шарттары  булдырылған.

Һуңғы ике йылда ирекле янғын отртядтары  юғары температура режимына сыҙамлы махсус һаҡланыу костюмдары, янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителде.  Хәүеф осрағына оператив бәйләнеш бар. Улар белемен камиллаштыра, даими уҡыу күнекмәләрендә тәжрибәһен күтәрә. Егеттәр  халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, йәшәгән урындары буйынса  ут менән һаҡ булырға иҫкәртә.

Хөрмәтле граждандар!
 Янғын хәүефе осоро башланыу сәбәпле, көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һорайбыҙ:
Усаҡ яғырға, сүп-сар, тиреҫ, ҡаты аҙыҡ ҡалдыҡтарын яндырыуға юл ҡуймағыҙ.
Төҙөк түгел  электр приборҙары һәм ҡорамалдарҙы ҡулланмағыҙ.
Төҙөк мейестәр генә ҡулланығыҙ, ваҡытында төтөн юлы, мөрйәһен тикшерегеҙ һәм таҙартығыҙ.
Балаларға мунсала мейес яғырға, шырпы һәм газ приборҙары менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ.
Торлаҡҡа  мотлаҡ янғын тураһында иҫкәртеү ҡорамалы урынлаштырығыҙ.

Шамил ХӘЛИТОВ,

 “Башҡортостан Республикаһының ирекле янғын һүндереү йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы директоры

Янғындан, ысынлап та, бер нимә лә ҡалмай
Янғындан, ысынлап та, бер нимә лә ҡалмай
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас