

Юл торошо водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә бер тигеҙ борсой, сөнки ул, тәү сиратта, хәүефһеҙлеккә бәйле. Шуға күрә яҙ етеп, юл асылыу менән йыл һайын юл эшселәре өсөн ҡыҙыу осор башлана. Был мәсьәләгә республика, шул иҫәптән район етәкселеге лә етди иғтибар бүлә.
Ҡалала Цюрупа урамында (Смоленск урамынан Беренсе Май урамына тиклем) юл ремонтлана. Юл ремонты - ул комплекслы эш, автомобиль юлы ғына түгел, тротуар менән уның тирә яғы ла төҙөкләндерелергә тейеш. Шуны иҫәпкә алып, Төньяҡ һәм Цюрупа урамдарында бордюрҙар ҙа алмаштырыла. Был эштәрҙе Овик Наргиян етәкселегендәге “Танып” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте атҡара. Быйыл шулай уҡ Төньяҡ, Ленин (көньяҡ үткәүелдән полиция бүлегенә тиклем), Урман комбинаты яғындағы урамдарҙа мөһим эштәр планлаштырылған.
Әле артыҡ эҫе лә, артыҡ һалҡын да түгел: юлды ремонтлау өсөн иң ҡулай мәл. Йәйен ҡайнар ҡояш нуры аҫтында көнө буйы эшләү еңел түгел. Әммә үҙ эшен яратып башҡарғандар ҙа бик күп. Мәҫәлән, Ғәфүр Хәмиҙуллин юлсы булып - 25, Камил Ҡолшәрипов 8 йыл эшләй эшләй. “Ошоға тиклем һалҡын асфальт түшәнек, хәҙер эҫе ысул менән соҡорҙарҙы ямайбыҙ”, - ти Мәләүез юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Мастер Камил Ҡолшәрипов етәкселегендәге бригаданы Рассвет ауылына илткән юлды төҙөкләндергән мәлендә тап иттек. Бригада эшселәре Воскресенский ауылына, Нөгөш ҡасабаһы юлындағы авария хәүефе булдырған соҡорҙарҙы тигеҙләп сыҡҡан, һуңғараҡ тағы ҡабаттан үтергә ниәтләйҙәр.
Юл торошо халыҡтың тормош сифатын билдәләгән күренештәрҙең береһе. Был тәңгәлдә районда эшләнәһе эш байтаҡ әле.
Мәҙинә СӘЛИМГӘРӘЕВА, автоһәүәҫкәр:
Ремонтланған, төҙөкләндерелгән яҡшы юлдан үтеүе үҙе бәхет бит ул. Беҙҙең тормош сифатының мөhим күрһәткесе. Мәләүездә юл япмаһын яңынан һала башлауҙарын күргәс, ҡыуанысымдың иге-сиге булманы.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикала юлдарҙы ремонтлау тураһында һөйләшеү булды. Атап әйткәндә, халыҡтың иң нығы ялыу иткән һәм һораған юл участаларын төҙөкләндереү иғтибар үҙәгендә булды.Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров подрядсыларҙың эшен етди контролдә тоторға ҡушты.