

“Мин-йәш шәһитсе” баҫмаһы БР гранттары фонды ярҙамында нәшер ителә. Ул мәктәп уҡыусылары араһында ижади ҡомарҙы үҫтереү, милли баҫмаларға йәш көс әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Медиапроект етәксеһе Лариса Абдуллина журналистика тармағы, баҫманы ижад итеүгә кемдәр йәлеп ителеүе, тема һайлау, фото һәм видео ҡуйыу тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ысынлап та, осрашыуға төрлө сара, конкурстарҙа ҡатнашҡан, эҙләнеү эштәре менән шөғөлләнгән, башҡортса шиғыр, мәҡәләләр яҙған, милли ҡоралда уйнаған, ҡыҫҡаһы үҙҙәрен төрлө йүнәлештә һынаған Ҡотош, Һыртлан, Смаҡ мәктәптәре һәм Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары йыйылды. Гәзит уҡыусылар уларҙың күптәре менән “Көнгәк” гәзитендә донъя күргән мәҡәләләре аша таныш. Ҡунаҡтар алдында Һыртлан мәктәбенән Ләйлә Хәлитова үҙе ижад иткән шиғырын уҡыны һәм ҡурайҙа уйнаны.
Лариса Хашим ҡыҙы Кинйә Арыҫланов исемендәге 7 ”В” класы уҡыусыһы Зифа Сәйфетдиноваға “Мин - йәш шәһитсе” танытмаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Осрашыуға килгәндәр Лариса Абдуллина ҡулынан “Мин - йәш шәһитсе” журналын алып шатланды. Әйҙә, һеҙ ҙә яҙышығыҙ, ижад итегеҙ һәм материалдарығыҙҙы ебәрегеҙ!