

Суд Өфө районында йәшәгән 37 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул бәләкәй ҡыҙын үлтерергә маташыуҙа һәм бәлиғ булмағанды тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәүҙә ғәйепле тип табыла.
Судта ғәйепләнеүсенең 2024 йылдың октябренән 2025 йылдың ғинуарына тиклем даими рәүештә алкоголь ҡулланыуы һәм 3 айлыҡ ҡыҙын тәрбиәләү менән шөғөлләнмәүе асыҡлана. Бынан тыш, ул әхлаҡһеҙ тормош алып бара, тауыш сығара, бишенсе ҡаттағы тәҙрәнән сабыйҙы ырғытыу менән янай.
2025 йылдың ғинуарында ғәйепләнеүсе мендәр менән баланың йөҙөн ҡаплай. Бәхеткә күрә, был мәлдә баланың өләсәһе ҡайтып инеп, аңһыҙ хәлдә булған ейәнсәренә беренсе медицина ярҙамы күрһәтә.
Әсә кеше үҙ ғәйебен таныған. Әлеге ваҡытта бала өләсәһе ҡарамағында. Суд әсәгә дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында бер йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй.
https://www.bashinform.ru/