Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
16 Май 2025, 13:02

Тағы ла килде яҙҙар...

Динис ағайҙың ғүмере беҙҙең өсөн рух һәм намыҫ өлгөһө

Тағы ла килде яҙҙар...Тағы ла килде яҙҙар...
Тағы ла килде яҙҙар...

Смаҡ урта мәктәбендә Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты  Динис Бүләковтың тыуған көнөнә арналған хәтер кисәһе үтте.

Мәртәбәле сараға Мостай Кәримовтың ҡыҙы Әлфиә, Динис Бүләковтың ҡыҙҙары Миләүшә, Зөһрә, Таңсулпан, яҙыусының ҡәләмдәш дуҫтары, яҡындары, туғандары, уның ижадын хөрмәт иткән яҡташтары йыйылды.

Сара  мәктәп алдындағы бюсҡа сәскә һалыуҙан башланды. Ҡунаҡтар уҡыу йорто менән танышты, әҙип тураһында хәтирәләр һаҡлаған стенд менән танышты. Артабан сараның икенсе өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте.

Әлфиә Кәримова китапханаға китап бүләк итте. Әҙиптең ҡыҙҙары йәмәғәт эшендә, спортта һәм уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән  уҡыусыларға махсус ойошторолған Динис Бүләков премияһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. 

Тағы ла килде яҙҙар...
Тағы ла килде яҙҙар...
Тағы ла килде яҙҙар...
Тағы ла килде яҙҙар...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас