Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Май 2025, 03:05

Ҡурҡма, һорама, ышанма...

Ҡурҡма, һорама, ышанма –Был һүҙҙәр әйләнде доғаға.Дөрөҫөн әйтергә ҡурҡмайым,Ярамһаҡланмайым хужаға.

Ҡурҡма, һорама, ышанма...Ҡурҡма, һорама, ышанма...
Ҡурҡма, һорама, ышанма...

Ҡурҡма, һорама, ышанма –
Был һүҙҙәр әйләнде доғаға.
Дөрөҫөн әйтергә ҡурҡмайым,
Ярамһаҡланмайым хужаға.

Сөнки мин беләм үҙ эшемде
Һәм шуға бирәм хис-көсөмдө.
Малым юҡ, даным юҡ ҡурҡырға,
Дәрәжәм – ҡалтырап торорға.

Һорамайым бер кемдән мин ярҙам,
Ҡалһам да ташҡында бер ярҙа.
Етемлек өйрәтте тормошта
Донъяны тик үҙең ҡормошҡа.

Бурысҡа алһам да бик һирәк,
Биш итеп ҡайтарам бәхилләп.
Мохтажға бирәм бар булғанын,
Аяҡҡа тап килә юрғаным.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

"Ялан сәскәләре" төркөмөнән.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас