

Уны ире ныҡ рәнйеткән, кәмһеткән булған, шуға ныҡ йәлләй инем. Күңелен күтәрәйем тип, ғаиләмдең ауыҙынан өҙөп, ауылдан итен-майын алып килеп торҙом. Аҡсалата ла ярҙам иттем. Ҡатынының үҙенә хыянат иткәнен белгәс, ире ҙур ғауға менән уны ҡыуып сығарғайны, әйләнгән һайын көн-төн тип тормай, “өйлән” тип шылтырата башланы. Өйләнергә мин бит буйҙаҡ түгел. Ҡатыным, мәктәп йәшендә бер улым бар.
Бына бер көн минең ҡатынымдың да “ҡолағын тиштеләр”. Белеп ҡалғас, аңлашып та тормай, айырылышабыҙ тине лә, әсәһенә ҡайтып китте. Теге ҡатынға йөрөйөм, ҡунырға ҡалам. Тик бер ҙә күңел тартмай бит. Бешеренеүенең дә рәте юҡ, өйө лә, түшәк-кәрәк-ярағы таҙа түгел. Үҙен генә һылап-һыйпап, матурланырға яратҡан кеше булып сыҡты. Уларынан да бигерәк, аҡса таптырып аптырата.
Уйланым-уйланым да, бәреп-һуғып, кире ауылға ҡайтып киттем. Өйөмдө ремонтлап, баҡсаны тәрбиәләп, үҙемдең ҡатынымды кире барып алдым. Ҡайтыуын ҡайтты, тик мөнәсәбәттәр генә элеккесә түгел. Бер һүҙемә лә ышанмай ҙа, тыңламай ҙа, йылмаймай ҙа. Уның һәр ваҡыт күңелһеҙ йөрөүен күреү миңә хәтәр ҡыйын. Әллә бер яҡҡа сығырға ла китергәме икән...
И.Ә.