Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
1 Июнь 2025, 02:01

Һаумы, йәй

Бына йәйге каникул да етте. Балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп алған мәл.

Һаумы, йәйҺаумы, йәй
Һаумы, йәй

Балаларҙың хәүефһеҙлеге — иң мөһим мәсьәлә. Балалар урамда, өйҙә, мәктәптә һәм һыу янында үҙҙәрен һаҡларға өйрәнергә тейеш. Урамда юл ҡағиҙәләрен үтәргә, светофорға ҡарарға, таныш булмаған кешеләргә ишек асмаҫҡа кәрәк. Өйҙә электр приборҙары, ут, дарыуҙар менән уйнау хәүефле икәнен белергә тейештәр.

Йәйгеһен һыу буйында һаҡ булырға, ололарһыҙ һыу инмәҫкә, тирә-яҡта хәүефле урындарҙан йыраҡ торорға кәрәк. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә онотмаҫҡа — шырпы, ут менән уйнау ярамай, янғын сыҡһа, тиҙ генә өйҙән сығырға кәрәк.

Балалар үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы булырға өйрәнергә тейеш. Был ҡағиҙәләрҙе белеү — уларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлай.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас