

Сәсеүлектә ҡулланылған механизаторҙар техниканы йыуып, таҙартып та ҡуйған. “Быйыл көнбағыш баҫыуын 360 гектарға еткерҙек, ярауай бойҙай - 420, арпа - 240, борсаҡ - 171, мал аҙығы өсөн күп йыллыҡ үҫемлек 170 гектар тәшкил итә. Көҙҙән 280 гектар ужым сәсеп ҡалдырғайныҡ. Сөгөлдөр урынына 70 гектарҙа соя сәстек. Ҡуҙаҡлыларға ҡараған был культура сентябрҙә өлгөрә. Республика ҡалаларының береһендә май экстракцияһы заводы төҙөлә. Донъя баҙарында ул үтемле, алыусыһы ла булыр, тип уйлайым”, - ти фермер.
Төп офис, техника базаһы, ашхана бер урында булған хужалыҡта һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Сәсеүҙе тамамлаһалар ҙа, бер кем тик тормай, Илдус Маркс ҡулы аҫтында эшләгән һәр кем үҙ эшен белеп башҡара. Кемдер орлоҡ таҙартыу, киптереү агрегаты урынлашҡан бина янында тирә-яҡты сүп үләнен саба. Һарай уратып янғынға ҡаршы минерализация һыҙығы һөрөлгән, бетон майҙанда айырым өйөлгән тиреҫ бактерия менән эшкәртелгән. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Азат хужалыҡтағы бар техникала баҫыуҙарҙы иңләй (тимер “ат”тар һаны 28 берәмек!), кәрәк икән иретеп йәбештереп запас частәрҙе ремонтлай.
Малсы Рәсүл Лоҡмановҡа яҡшы техникала фермалағы 300 баш һыйырға, 30 баш йылҡы малына аҙыҡ таратыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай кеүек. Уның араһында яландағы механизаторҙарға ашарға алып барып та өлгөрә.
Хужалыҡтың ашханаһында Рита Зәйнәғәбдинова март аҙағынан ноябргә тиклем механизаторҙарҙы тәмле ризыҡ менән һыйлай. “Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы - тәмле ашарға бешерергә өйрәнеү. Ошоға тиклем 1-се мәктәп ашханаһында, ҡала мәҙәниәт һарайының кафеһында эшләнем. Ашарға бешерергә яратам”, - ти көн һайын ике тапҡыр 18 кешене ҡунаҡ һымаҡ һыйлап сығарған ашнаҡсы.
Утыҙ йыл элек Күгәрсен районы Ялсы ауылынан килен булып төшкән Рита Минияз ҡыҙы тормош иптәше Юлай Алтаев менән Ҡотош ауылында гөрләтеп донъя көтә: кәртә-ҡура тултырып мал аҫрай, баҡса үҫтерә.
Ауыл хужалығында ошондай тырыш, уңғандар ғына эшләй ала. “Старт”ҡа барып, быйылғы йыл да үҫемлекселек, малсылыҡ, ғөмүмән ауыл хужалығы өсөн уңышлы булһын, тигән теләктә ҡайттыҡ.