Көнгәк
+26 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
15 Июня 2025, 01:00

Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ

Сәбәпһеҙ кәйеф юҡлығы ялҡаулыҡтың бер төрө ул. Кемдер иртән торорға ялҡаулана, икенсеһе эште кисектерә. Ялҡаулыҡ ҡайһы ваҡыт ял һәм көс туплау өсөн кәрәк кеүек тойола, әммә ул маҡсаттарға ирешеүгә ҡамасаулай.Күп ваҡыт ялҡаулыҡтың сәбәбе — ҡыҙыҡһыныу юҡлығы йәки арыу. Шулай ҙа, аҙ аҙымлап эш башлау, маҡсат ҡуйыу һәм үҙеңде дәртләндереү уны еңергә ярҙам итә.

Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙЯлҡауҙың аты ла аҙымһыҙ
Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ

Ялҡаулыҡ тураһында мәҡәлдәр:

* Ялҡауҙы ашҡа саҡырһаң саҡыр, эшкә саҡырма.
* Ялҡауҙы яланда күрмәҫһең.
* Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ булыр.

Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә күп тешләй.
* Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ егер.
* Ялҡау аҡылға шәп була.
* Ялҡау атты ял баҫыр.
* Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер.
* Ялҡау булма - ялҡаулыҡ баҫыр.
* Ялҡау кеше йөрөшөнән билгеле.
* Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ.
* Ялҡау кеше аш янында ат кеүек, эш янында ят кеүек.
* Ялҡау кеше - яланғас.
* Ялҡау кеше - ярты кеше, уңған кеше - ун кеше.
* Ялҡау, өйөнә еткәс, йүгерер.
* Ялҡау өмэ әйтер, тамаҡһау өмәгә йөрөр.
* Ялҡау торһа, йән тынмаҫ.
* Ялҡау ятып эшләй, ултырып йоҡлай.
* Ялҡау урынын йыймаҫ.
* Ялҡау үгеҙ ит бирә, ялҡау кеше ни бирә?
* Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ.
* Ялҡау ялдан туймаҫ, уңған эштән туймаҫ.
* Ялҡау ялҡауға эйәрер.
* Ялҡау ята белмәҫ, ятһа, тора белмәҫ.
* Ялҡау ягҡан ерҙән кеше өйрәтер.
* Ялҡау ятып бойора.
* Ялҡау ятып ашар.
* Ялҡау ягыр ерҙең яйлыһын һайлар.
* Ялҡау ятыр, йоҡо тирмәне тартыр.
* Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.
* Ялҡауға көн дә байрам,
Кеше май ашағанда, ул эсә айран.
* Ялҡауға көндә байрам, көндә туй.
* Ялҡауға көндә ял.
* Ялҡауға ҡояш та ваҡытында сыҡмай.
* Ялҡауға ҡәбер хәрәм.
* Ялҡауға үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын.
* Ялҡауға эш ҡушһаң, атаң бирмәгән өгөттө бирер.
* Ялҡауға эш ҡушһаң, башы ауырта.
* Ялҡауға эш табылмаҫ.
* Ялҡауға эш ярамаҫ.
* Ялҡауға - ял, егәрлегә - бал.
* Ялҡауға ярты көн эш, ярты көн ял.
* Ялҡауҙан эш ояла.
* Ялҡауҙы ҡандала баҫыр.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас