Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
19 Июнь 2025, 13:05

Әҙер торайыҡ...

25 йәштән 75 йәшкәсә ир - егеттәр йыйылған...

Әҙер торайыҡ...Әҙер торайыҡ...
Әҙер торайыҡ...

25 йәштән 75 йәшкәсә ир - егеттәр йыйылған. Кәңәшләшкәндәр ҙә, һәр бер кеме үҙ хатынына телефон аша "Мин һине яратам!" тигән смс-хәбәр ебәрергә булған.

25 йәшлек ирҙең кәләше: "Мин дә яратам һине! "- тип яуап яҙған.

35 йәшлек иргә: "Бөгөн дә эстеңме?! "- тигән яуап килгән.

45 йәшлек ир кеше: "Һиңә нимә булды? Һөйәркәләреңде иҫеңә төшөрөп ултыраһыңмы!? "- тигән яуап алған.

55 йәшлегенә ҡатыны: "Һин берәйһенең номеры менән бутаманыңмы ул?"- тип яҙып ебәргән.

65 яшьлеккә: "Пенсияла ултыраһың, эшләмәйһең, ҡыйығың китеп бара кеүек"- булған яуап.

75 йәштәгеһенең әбейе улын саҡырып алған да: "Улым, атайың бөтөнләй насарланған, ҡапыл китеп барыуы ихтимал. Бер-ике һарыҡты һимертеүгә ҡуй. Әҙер торайыҡ", - тигән.

 

"Мин һине шундай һағындым" төркөмөнән алынды.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас