

Нюша иренән айырылған икән. Теге әртис ҡыҙҙы әйтәм. Беҙҙең төпкөл ауылға был яңылыҡ саҡ килеп етте. Буйҙаҡмын. Интернетта яҙып ҡарағанда, бәлки, миңә күсеп килергә риза булыр ине? Атта йөрөргә өйрәтер инем, икәүләп көтөү көтөр инек. Кис өс һыйырҙы һауып, сепарат айыртып, һөттө эшкәртеп, иртәнсәк баҙарҙа һатыр ине. Балалары ауыл һөтөндә үҫер ине. Миңә тағы бер-икене табып бирер ине. Ауылда йәшәһәм дә, өйөм ҙур, дүрт бүлмәле. Бәҙрәф, душ бар, һыу, газ үткән, һауыт-һаба йыуыу машинаһы, робот-саң һурҙырғыс бар. Үҙе һылыу ғына бит әле, бөтә ауыл ирҙәре миңә көнләшер ине, эх...