Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
29 Июнь 2025, 16:29

Вахтала ла шулай хәл була...

30 йыл йәшәгәндән һуң  балаларҙы уҡытып ситкә оҙатып бөткәс, ҡатыным ҡапыл сирләй башланы.

Тәүге мәлдәрҙә балалар өсөн ҡайғыралыр тип уйлай инем. Йоҡо бүлмәһенә инә лә, карауатта һуҙылып төшөп ойоп тик ята. Ашарға ла әҙерләмәй, йортто ла йыйыштырмай, үҙ-үҙен ҡарамай башлағас, ултырып һөйләшергә, дауаханаға барырға кәрәклеген аңлата башланым. Уның йонсоуҙан һарғайып, тартылып киткән йөҙөндәге тәрән һыҙаттарҙы күргәс, йәлләүҙән йөрәгем сәнсеп ҡуйҙы.

Үҙем 20 йыллап инде ситтә эшләйем.  Балаларҙы аяҡҡа баҫтырам, яңы автомобиль алам, йортто ҙурайтам тип йөрөлдө инде. Вахтанан ҡайтҡан һайын тағы саҡырһындар ғына инде тип теләй инем, сөнки эш хаҡы юғары булғас, төрлө сәбәп менән эштән бушатыуҙы ҡарап ҡына торалар. Тейешле отпускты ла алып, ғаилә янында булырға, ҡайҙалыр ял итеү тураһында уйлап та ҡарағаным булманы. Минең маҡсатым бер генә - аҡса эшләү, кешенән кәм йәшәмәү булды. Ауылда йәшәгәс, ҡатын ит-һөт һатҡан аҡсаға балаларҙы мәктәпкә әҙерләне, кейендерҙе, минән аҡса һораманы, ебәргәнем булманы.

Тапҡан аҡсамды тик үҙем тотондом. Ике йыл элек эшкә ашнаҡсы ҡыҙ килде. Милләте сыуаш, әммә шул тиклем башҡортҡа оҡшап тора. Уның үҙенә әйҙәп торған матурлығын күреү менән күңелемдең бер ҡылы өҙөлгәндәй булды. Ҡыҫҡаһы, егеттәрсә  ғашиҡ булдым. Вахтанан ҡайтҡы килмәй, ҡайтһам өҙөлөп һағынам үҙен.

Шулай ярты йыл өҙгөләнеп йәшәнем, асыҡтан-асыҡ мөнәсәбәттәр ҙә юҡ, әммә уйымдан сыҡмай шул ҡыҙ.

Ул да иғтибарымды һиҙә, ашханаға барһам, айырым һауыттан һалып бирә ашарға, был иғтибар кем күңеленә оҡшамаһын?

Тағы бер ҡыҙыҡлы нимә тойҙом - ғаилә янына ҡайтһам, бер нимә ашағы килмәй, шул ҡарабойҙай бутҡаһын һағындыра бит әй! Ҡатыным аралар һыуына барғанын аңлай, нимә булғанын һиҙгәндер инде. Бер заман шулай мәсеткә инергә булдыҡ. Тупһа аша инеү менән күңелем болғанып, башым әйләнгәнгә эскәмйәгә терәлеп өлгөрҙөм. Хәҙрәт хәлемде аңланы, доғалар уҡый башланы. Бөтә тәнем уттай яна, күҙ алдымда теге ҡыҙҙың йөҙө аят яңғыраған һайын йыланға оҡшай бара. Бына ул миңә тигән ҡарабойҙай бутҡаһына ниндәйҙер май тамыҙа, компотҡа ла үлән төнәтмәһе өҫтәй. Уҡшый-уҡшый урамға сыҡҡас, үҙемә генә түгел, ғаиләмә лә сихыр эләккәнен аңланым. Башҡаса барманым ул яҡҡа, үҙебеҙҙә лә эш юҡ түгел. Ә теге ашнаҡсы ҡыҙ бер нисә тапҡыр шылтыратып, ҡасан килеүемде һораны.  Бына шулай тарих.

Вахтала ла шулай хәл була...
Вахтала ла шулай хәл була...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас