Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
1 Июль 2025, 10:28

Мөһим эшкә старт бирелде

30 июндә  Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса эш башланды.

Мөһим эшкә старт бирелдеМөһим эшкә старт бирелде
Мөһим эшкә старт бирелде

Милли батырыбыҙ һәйкәлен реставрациялау мөһимлеге биш йыл элек билдәләнгәйне. Сәбәбе - скульптураның тимер каркастарының ваҡыт үтеү менән серей һәм ныҡлығын юғалтыуы. Шулай уҡ һәйкәл урынлаштырылған постаменттың  да һауа шарттарына бәйле “ултырыуы”,  махсус хеҙмәттәр тарафынан асыҡланған. Реконструкцияға тиклем  ҙур интеллектуаль әҙерлек, экспертиза комиссияһы ойошторолған,  аэродинамик характеристика башҡарылған. 

Скульптураны реставрациялау 2027 йылға тиклем дауам итәсәк. Проект өс этапта башҡарыла. Беренсе әҙерлек этабы 1 июлдән сентябргә тиклем дауам итә. Әлеге ваҡытта Салауат майҙаны кәртәләнә, йөк машиналары өсөн майҙансыҡ әҙерләнә, эшселәр өсөн ҡаласыҡ урынлаштырыла.

Икенсеһендә скульптура цехҡа күсерелә һәм шунда һүтелә. Уның эске каркасы һәм тышҡы пластиналары алмаштырыла, ат күкрәгендәге юғалған медальон тергеҙелә.  Ул 2027 йылдың апреленә тиклем алып барыла һәм яңыртылған һәйкәлдең урынына ҡайтыуы менән тамамлана.

Өсөнсө этапта биләмәне төҙөкләндереү һәм фонтанды яңыртыу күҙаллана. Салауат Юлаев һәйкәле 2027 йылдың октябрендә Республика көнө уңайынан асыла тип күҙаллана.

Яңыртылғандан һуң һәйкәл янында бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк, майҙаны ла шулай ҡала,  ни бары скульптура элеккесә ҡараһыу һоро төҫтә буласаҡ.

Реставрация - киләсәк быуын өсөн уникаль ҡомартҡыны һаҡлауға йүнәлтелгән комплекслы процесс. Ул скульптураның һәм постаменттың торошон ентекле тикшереүҙе, тиҫтәләгән йылдар дауамында асыҡ һауала йыйылған зыянды (яуым-төшөм, температура айырмаһы, экологик факторҙар йоғонтоһо) асыҡлауҙы һәм уларҙы махсус материалдар һәм методикалар ҡулланып бөтөрөүҙе үҙ эсенә ала. Эштәр конструкцияны  бысраныуҙан һәм коррозиянан  таҙартыуҙы, юғалған деталдәрҙе тергеҙеүҙе һәм һаҡлағыс ҡатлам менән эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Республика халҡы ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтың төп мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа мөһимлеген аңлай. Яңыртылған Салауат Юлаевтың үҙ урынына ҡайтыуы бөтә Башҡортостан өсөн әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ.

Ғәлиә КӘРИМОВА, “Һуғыш балалары” ойошмаһы рәйесе:

  • Милли батырыбыҙ һәйкәлен ремонтлау тураһында күптән һүҙ алып барыла ине. Халыҡ араһында таралған имеш-мимеш уға ҡарата кире ҡараш тыуҙырып өлгөргәйне. Әммә шик-шөбһәгә урын юҡ. Беҙҙең ғорурлыҡ бит ул скульптура, йәш саҡта махсус ошо һәйкәлде күрер өсөн бара инем. Күп ғаиләләр тап ошонда осрашып, яҙмышын бергә бәйләгән. Хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп реконструкциялайҙар, эш барышы Республика Башлығы контролендә булыуы шатландыра.

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшкән  һыбайлы һәйкәле юҡ,  урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптура Европала иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы - 40 тонна,  ул халыҡтарҙың берҙәмлек символын кәүҙәләндерә, республиканың визит карточкаһы. Ул республика һәм федераль мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас