Унда тиҫтәнән ашыу ғаилә командалары ҡатнашты. Ике көн барған спорт байрамында йәш категорияһына ҡарап улар ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияға йүгереү, турникта кәүҙәне күтәреү, йөҙөү һәм башҡа төрлө ярышта уҙышты. Еңеүселәргә ГТО значоктары бирелде.