Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
13 Июль 2025, 08:35

Бөгөн - балыҡсылар көнө

Балыҡсылар көнө бөгөн! Кем һуң балыҡ тотмаған. Яулыҡ менән хатта һөҙөп Бесәйгә ашатмаған.

Бөгөн - балыҡсылар көнөБөгөн - балыҡсылар көнө
Бөгөн - балыҡсылар көнө

Йәненә тыныслыҡ таба

Балыҡсы яр буйында.

Бәләкәйе эләкһә лә

Иң ҙурыһы уйында.

Балыҡ тотоуҙың тәмен

Аңлай тик балыҡ тотҡан.

Түҙемлелеккә өйрәтә

Ҡыҙмаҫҡа ла бар юҡта.

Балыҡ тыныслыҡ ярата

Алһыу таң атҡан саҡты.

Уңыш теләйек уларға,

Таң ҡошо ул балыҡсы.

 

Бөгөн - балыҡсылар көнө
Бөгөн - балыҡсылар көнө
Автор:
Читайте нас