Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
26 Июль 2025, 01:05

Ихатаһы тулы гөл-сәскә...

Күңеле гүзәллеккә ынтылған кеше ҡайҙа ла матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле. Йәмле йәй миҙгелендә берәүҙәр үҙ ихатаһын, баҡсаһын гөл-сәскәгә күмһә, икенселәр уларҙы подъезд алдында үҫтерә. 

Ихатаһы тулы гөл-сәскә...Ихатаһы тулы гөл-сәскә...
Ихатаһы тулы гөл-сәскә...

Күңеле гүзәллеккә ынтылған кеше ҡайҙа ла матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле. Йәмле йәй миҙгелендә берәүҙәр үҙ ихатаһын, баҡсаһын гөл-сәскәгә күмһә, икенселәр уларҙы подъезд алдында үҫтерә. 

Беренсе май урамындағы 10-сы йортта йәшәүсе Резида Ғибәҙуллина тыуҙырған сихри донъяға иғтибар итмәгәндәр һирәктер. Тормоштоң бары күркәм яғын ғына күреп өйрәнгән ханым сағыу төҫлө баҡсаны үҙе йәшәгән күп ҡатлы йорт алдында булдырған.

- Мин бында 1996 йылдан йәшәйем. Подъезд алдында сәскә үҫтереүемә өс-дүрт йыл самаһы. Башта уларҙы ҡатын-ҡыҙҙар менән бергәләп ултырта, тәрбиәләй торғайныҡ, бөгөн был эштә Ғәлимә һәм Вилмир Әбелғужиндар ярҙамлаша. Уларға рәхмәтлемен, - ти Резида Әмир ҡыҙы.

Кешеләрҙе матурлығы менән арбап, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләренә һыу һибеп, төптәрен йомшартып, ҡый үләндәрен утап ҡына ҡалмай, улар менән һөйләшеп тә ала икән «гөл телен» аңлаған уңған хужабикә.

- Ысынлап та, уларҙың һәр ҡайһыһы ниҙер әйтергә теләгәндәй тойола. Иртән подъездан сығыу менән үҙҙәрен сәләмләп, барыһына ла яратып, һоҡланып бағам. Сәскә атырға теләмәй ултырғандарын әрләп алырға ла тура килә әле, - тип йылмая Резидә апай.

Ихатаны йәмләп үҫкән сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша! Унда цинния, календула, төрлө төҫтәге лилиә, бәрхәт гөлө, батшабикә-раузалар үҫә. Ҡупшы пион һәм иристар иртә яҙын сәскә атып ҡыуандырған...

Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 30-сы һанында баҫылды.

Автор фотолары.  

 

Ихатаһы тулы гөл-сәскә...
Ихатаһы тулы гөл-сәскә...
Ихатаһы тулы гөл-сәскә...
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас