Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
26 Июль 2025, 06:00

Рәхмәт әйтергә ҡыйынһынмағыҙ!

Урамда бала етәкләгән йәш әсәнең телефоны төшөп китте. Ҡаршыһына ҡулына әллә нисә пакет тотҡан оло ғына йәштәге ир минут эсендә һис ҡыйынһынмай асфальтҡа осҡан телефонды күтәреп, әсәгә тотторҙо.  Әммә тегенеһенең тәрбиәһе шулай булдымы - атаһы йәшендәге иргә уҫал ҡарап:" Үҙ юлыңда бул! Мин уны үҙем дә алам!" тип юлын дауам итте. Был хәл мине шаҡ ҡатырҙы. "Ит изгелек- көт яуызлыҡ" ошолай буламы икән?! Рәхмәт әйтәһе урынға ошолай тупаҫ ҡыланған әҙәмдәр менән тулды донъя. Ә беҙ рәхмәтле булайыҡ, йәме!?

Онотмағыҙ, ҡайғы килә бит ул
Һәр кешегә: ярлы һәм байға.
Ә беҙ ҡыҙыҡ - ауыр саҡта ғына
Ышанабыҙ бөйөк Хоҙайға.
Барыһы ла яҡшы булып торһа,
Күңелдәрҙән шатлыҡ ағыла.
Рәхәтлеккә беҙ күмелгән һайын
Байлыҡтары кәрәк тағы ла!
Хоҙай йомарт, биреп тора бит ул, 
Рәхимлеген сәсеп бар ергә.
Тик, дуҫтарым, беҙ ҙә рәхәт саҡта
Онотмайыҡ рәхмәт әйтергә!
 Артур Ғабдуллин

Рәхмәт әйтергә ҡыйынһынмағыҙ!
Рәхмәт әйтергә ҡыйынһынмағыҙ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас