Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
14 Август 2025, 04:00

Аҡыллы ҡәйнә булыу серҙәре

Элек килен менән ҡәйнә мөнәсәбәттәре хаҡында ғибрәтле ваҡиғаларҙы уҡыйым да, “мин детдомда үҫкән егеткә кейәүгә сығам”, тип фекер йөрөтә инем. Өләсәйем, киреһенсә: “Өрәгәсле генә урынға төш инде, балам. Борон ҡаҙаҡтар ҡәйнәләрҙе шулай тигәндәр. Ҡәйнәләрҙең бит аҡыллылары ла була”, - тип теләй ине. “Аҡыллылары тураһында ишеткәнем юҡ”, - тип, мин ҡаршы төшәм. Өләсәйемдең теләге ҡабул булды: ҡәйнәле йортҡа килен булып төштөм. Туйҙа бер апай: “Аҡыллы килен алғанһың, ҡыҙың кеүек ярат, киләсәктә игелек күрерһең”, - тигәйне. Минең аҡыл нимәлә күренгәндер инде, уныһын әйтә алмайым. Ҡәйнәм беренсе көндән үк беҙҙең ғаиләнең ныҡлығын арттырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Йәш ғаилә, икебеҙ ҙә аспирантурала уҡыйбыҙ, икебеҙҙең стипендияһына бер бәләкәй бүлмәне ҡуртымға алғанбыҙ. Икебеҙҙең эш хаҡына, торорға урын булмаһа ла, төрлө кәрәк-яраҡ алған булабыҙ. Ҡәйнәм аҙна һайын беҙгә гуманитар йөк менән килеп етә: аҙыҡ-түлек, ит ҡалдырып китә. Халыҡ әйтмешләй: “Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра” бит инде.

Аҡыллы ҡәйнә булыу серҙәреАҡыллы ҡәйнә булыу серҙәре
Аҡыллы ҡәйнә булыу серҙәре

Бер ҡасан да беҙҙең араға инмәне. “Килен уҡытып, арып ҡайта, ярҙам ит. Саң һурҙырып ҡуй, үҙеңдең ҡайһы бер кейемдәреңде йыу”, - тип өйрәтә торғайны улына.

Таңсулпанды тапҡас, беҙҙең фатир юҡ, 4 ай ҡәйнәмдә яттым. Ҡәйнәм баламды миңә имеҙергә генә килтерә торғайны. Үҙе баҡсала эшләп ҡайта, йүргәктәрҙе йыуа, лифт булмағас, колясканы күтәреп алып сығыша. Ҡыҫҡаһы, ҡыл да ҡыбыртлаттырманы.

Балалар бәләкәй саҡта йыш ауырый. Ҡәйнәмә шылтыратам. Миңә эшкә сығырға ине, килеп тор әле, тим. Ул Башҡортостандың ҡайһы мөйөшөндә булыуына ҡарамаҫтан (һатыу эштәре менән шөғөлләнә торғайны), бөтә эшен ташлап килеп етә. Балалар шәбәйгәс, тағы сығып китә.

Уның етеҙлегенә таң ҡалырлыҡ. 2004 йылда миңә эштән фатир бирҙеләр. Асыу тантанаһына Мортаза Рәхимов килә, индереп сәй эсерерһегеҙ, тинеләр. Матур сәй сервиздары юҡ, барыһы ла Мәләүездә тип аптырап торһаҡ, беҙ Черниковканан күсенеп килгәнсе, ҡәйнәм беҙҙе өй алдында мебелдәр тейәп көтөп ултыра. Өйөндәге диванын да алып килгән, туйға төшкән әйберҙәрҙе, һыуытҡыс тейәгән.

Мин Ейәнсураға ҡайтам тиһәм, “Ҡайт, килен, өләсәйең иҫән саҡта йышыраҡ ҡайт. Һуңынан ҡайтҡың килмәй ул. Бына мин Учалыға, атай-әсәйем иҫән булмағас, һирәк ҡайтам”, - ти торғайны.

Уның Шамил тип өҙгөләнеүенә аптыраһам, “Ул тапҡас мине аңларһың” - тине. Ысынлап та, аңланым. Ҡайһы саҡта иптәшемә әрләшеп һүҙ әйтергә итәм дә, ҡәйнәмдең яратҡан кешеһе икәнен иҫләп, туҡтап ҡалам...

Ҡыҫҡаһы, ҡәйнәм Иҫәнғолова Ғәфүрә Әхмәҙи ҡыҙы менән бер-беребеҙҙе яҡлап, аңлап, ихтирам итеп, бер ир-егетте ҡәҙерләп йәшәүебеҙгә инде сирек быуат ғүмер булып килә. Шөкөр, бер ауыҙ һүҙ әйтешмәнек, артабан да татыу ғүмер итергә яҙһын.

Аҡыллы ҡәйнә булыу серҙәре ошондай бәләкәй генә изгелектәргә нигеҙләнәлер, сабырлыҡ, ихтирам һәм оло йөрәк талап итәлер, тип уйлайым.

Светлана ИҪӘНҒОЛОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас