Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Август 2025, 03:05

МАЛАЙҘАРҘЫ ЕН БАҪТЫРҒАНЫ

Күрше ауылдан танышым үҫмер сағындағы бер ваҡиғаны һөйләне лә, интернетҡа ҡуям тиһең, исемемде яҙмай ғына ебәр инде, кешенең бит төрлөһө бар, тип үтенде.

МАЛАЙҘАРҘЫ ЕН БАҪТЫРҒАНЫМАЛАЙҘАРҘЫ ЕН БАҪТЫРҒАНЫ
МАЛАЙҘАРҘЫ ЕН БАҪТЫРҒАНЫ

Күрше ауылдан танышым үҫмер сағындағы бер ваҡиғаны һөйләне лә, интернетҡа ҡуям тиһең, исемемде яҙмай ғына ебәр инде, кешенең бит төрлөһө бар, тип үтенде:
☀Асы ауылына ҡунаҡҡа барғайным, миңә бер иптәш малай (мәрхүм инде хәҙер) ҙа эйәреп барҙы. Беҙгә 12-13 йәштәр тирәһе булғандыр... Ҡайтышлай кискә ҡалғанбыҙ, ҡыш көнө тиҙ төшә бит ҡараңғы. Берештамаҡҡа яҡтыла килеп еттек тә ул, уны үткәс ҡараңғы төшә башланы. Асыуҙы (тау, йылға исеме) үткәс уның менән Бирйән тамағы араһында Әбей үлгән тигән ер бар бит. Шул ергә еткәйнек аръяҡтан һыҙғырыпмы, ышылдапмы, берәү ат ҡыуа, сыбыртҡы шартлата. Ат йән-фарман ағастар араһынан барған һымаҡ, шунан ул беҙҙән алда Инйәрҙең икенсе яғына сыҡҡандыр инде, ул яҡтан да шулай ат ҡыуған тауыш ишетелә. Беҙ ҡотобоҙ осоп артҡа йүгерә башланыҡ (Берештамаҡҡа яҡыныраҡ та инде). ☀Асыуға еткәс боҙҙан күп аттар килгәне күренде (йыраҡтан уларҙы ла ен тип уйлап ҡотобоҙ тағы ла нығыраҡ осто). Былар прогондан(“Брагум” ти торғайнылар уны - сельпо магазинына ауыл кешеләре тауар алып ҡайта торғайны Инйәрҙән) ҡайтып килгән Йөйәк кешеләре булып сыҡты. Алдағы атттар ултыртмай, ана арттағының йөгө әҙ, шуңа ултырығыҙ, тиҙәр. Аттар ни тиҙ генә үтеп китеп баралар, иң арттағы аттан да тороп ҡалабыҙ ҙа тип, шул санаға һикерҙек иптәш малай менән. Ағайҙың аты шып туҡтаны ла ҡуйҙы .
☀Ағай: ”Һеҙ кемдәр, нимә эшләп ултырҙығыҙ?”, тип беҙҙе әрләй. Беҙ ен баҫтырҙы, тип саҡ әйтә алдыҡ. Шунан ағай :Ах, йүнһеҙ малайҙар, атҡа ен ултырттығыҙ, бит, тип беҙҙе әрләй. Сыбыртҡы шартлатып атын ҡыуа, аты манма тиргә батып алға үрәпсеп ҡарай, тик урынынан ҡуҙғала алмай. Шунан ағай, иң ҡаты һүгенеү һүҙҙәре менән сыбыртҡыһын шартлата-шартлата атын яңынан ҡыуа башланы ( яман оятһыҙ итеп һүгенә был). Шунан ғына аты бер ынтылғанда сананы урынынан ҡуҙата алды, йән-фарман саба башланы. Теге аттарҙы ла ҡыуып етте, көрткә сығып уларҙы ла уҙып китте, атты ағай тыйып тота алмай. Йөйәккә һә тигәнсе килеп еттек, ағай ҡайҙа төшәгеҙ, тигәс Ҡаранай бабай иҫкә төштө, шунда тинем. Атты ағай нисектер шул тирәлә тыя алды, саҡ ҡына яйланы улар, ул беҙгә һикерергә ҡушты. Беҙ көрткә һикереп ятып ҡалдыҡ, ағай ары сапты(аттары өйгә тиклем шулай сапҡандыр инде, бахыр ағайҙың). ☀Ҡаранай бабайға килеп керҙек тә, бабай ишегеңде элә һал, беҙҙе ен баҫтырҙы, тибеҙ. Бабай беҙҙе тыңлап уҡына-уҡына ишеккә келә һалды. Әбейе йүгереп йөрөп сәй әҙерләне. Сәй эскәндә бабайға нисек булғанын һөйләйбеҙ. Ул ерҙә күренә шул, балалар, шул саҡта ҡаты итеп һүгенергә кәрәк, тип аңлатты, доға уҡыһаң да була (ул саҡта доға белгән кеше булған тиңме, ни, шуға ҡаты һүгенеү хутта булған инде ундай осраҡта), ти. Беҙ сәй эскәс тышҡа сыҡҡы килә башланы. Бабайға алып сыҡ инде, тип инәләбеҙ. Уны ике яҡтан ҡултыҡлап алып сыҡтыҡ, кесе йомошто йомошлай һалдыҡ та бабайҙы ысҡындырмай, йәбешеп кире керҙек...
Иртәнсәк бабай йоҡлай ине әле, яҡтырғас ҡурҡыу бөткән, уятып тормай ғына ауылға һыпырттыҡ. Шулай, элек ен күп кешегә күренә торғайны ул, хәҙер кешеләр үҙҙәре ендән яман, ен үҙе ҡурҡалыр кешенән, шуға күренмәйҙер, тип бөтөрҙө хәбәрен танышым.

Ринат Шәйбәков.

"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас