Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
27 Август 2025, 01:00

Никах туйына

Никах туйына Гөлназ Ҡотоеваның бик матур шиғыры.

Никах туйынаНиках туйына
Никах туйына

Яртышарҙар бөгөн ҡушылалар,
Хасил итеп Ерҙә бөтөн йәнде.
Кейәү менән кәләш етәкләшһә,
Күктәр һибә Ергә бөтөн йәмде.

Пар аҡҡоштай ғына ике матур,
Насип булһын һеҙгә тиң ғүмерҙәр!
Бәхет ҡошо ҡунһын ҡулығыҙға,
Еңел булһын үтеләһе үрҙәр.

Мөхәббәтле кеше – ҡанатлы, ти,
Бер-берегеҙгә һеҙ бит ике ҡанат!
Һынауҙарҙы бергә күтәрегеҙ,
Ҡаршылыҡтар үтелһендәр анһат.

Бөгөн һеҙҙең хисегеҙҙең туйы,
Яңы тормош аса ҡапҡаларын!
Фәрештәләр ҡанат ҡағып торһон
Ҡотлап һеҙҙең ғүмер тантанаһын!

Гөлназ Ҡотоева.

Автор:
Читайте нас