

Мөғжизәләр көттөм йәйемдән,
Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙ
Тамсы булып тама йәнемдән…
Өмөт иттем йәйҙең йылыһына,
Йәнем мохтаж ҡояш наҙына…
…Алдап ышандырып эйәртте лә,
Алып барып тыҡты һаҙына!
Йәй бит үҙе – бер бәләкәй ғүмер,
Танһыҡтарым быйыл ҡанманы,
Йән теләгән йәшел мөғжизәгә
Өмөттәрем бер ҙә ҡалманы!
Былай булғас, башҡа сарам бөттө:
Көҙгә китәм! Көҙөм – алтындан!
Эй, ялбарып миңә бахыр йәйем
Илай-илай ҡалыр артымдан…
Фирүзә Абдуллина.