Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2025, 07:00

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ. Шулай бит?!

  • Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер — мартта арыта
  • Силәгенә күрә ҡапҡасы
  • Сиртһәң ҡаны сыҡмаҫ, һыҡһаң майы сыҡмаҫ
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
  • Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
  • Сит ерҙә мал да ерҫәй.
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
  • Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
  • Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
  • Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
  • Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
  • Ситте маҡта, илеңдә тор.
  • Ситтең ситәне ҡороһон.
  • Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр.
  • Ситтән килгән эттең ҡойроғо бот араһында булыр.
  • "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре" китабы
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас