

Заманында беҙ малайҙар инек,
Йүгереп йөрөй инек урамда,
Донъя нисек – шулай ҡабул итеп,
Көлә инек ҡыҙыҡ булғанда,
Илай инек ҡыйын булғанда...
Йүгереп йөрөй инек урамда.
Шул малайҙар хәҙер важныйландыҡ,
Эре һиптерәбеҙ борсаҡты,
Сүпләп-сүпләп кенә һөйләшәбеҙ,
Кирә төшөбөрәк ҡорһаҡты.
Урамдарҙа йүгереп йөрөү ҡайҙа!
Атлап йөрөү ҙә аҙ – тәк сибә.
Эшкә барыу, ҡайтыу – машинала,
Гулять һалдырыуҙар – таксиҙа.
Малай саҡтың рәхәт ябайлығы
Онотолған инде, белмәйбеҙ.
Илар саҡтар була – иламайбыҙ,
Көлөр саҡтар була – көлмәйбеҙ.
Шаярмайбыҙ, имеш, ололарға
Уйын-көлкө фәлән килешмәй.
Килешмәй, тип хатта ҡай берәүҙәр
Йәшлек дуҫы менән күрешмәй.
Ят шикелле хәҙер малайҙарҙың
Урамдарҙа йүгереп йөрөгәне.
Шулай беҙгә аҡыл керәме икән,
Әллә сығамы икән кергәне?
Әнғәм Атнабаев.
"Ватандаш" төркөмөнән алынды.