

Яңғыҙлыҡ – ул йәш сағыңда ҡыйын.
Ҡанат һынған кеүек. Йәмһеҙ йыйын...
Олоғайғас ҡына эсең бошмай –
Күңелең менән балаларға һыйын!
Йәнең менән ейәндәрҙе ҡос та,
Һил донъяңды әйҙә түңәрәклә!
...Бары бер ҙә ялҡын яғылыу кәрәк
Ҡабынып китһен өсөн туң дүңгәк тә.
Яңғыҙ түгелмен, тиң, әммә былар
Үҙ-үҙеңә әйткән һүҙҙәр генә.
Барыбер ҙә таштан ҡаты мендәр,
Барыбер ҙә түшәгеңдә – энә.
Т. Дәүләтбирҙина.
Автор фотоһы.