

Бынан бер нисә йыл элек аяғын һындырып, дауаханаға ятҡайны. Шунда уның һаулығы өсөн нисек көрәшкәнен күреп хайран ҡалғайным. “Миңә нисек тә торорға кәрәк!” - тип үҙ-үҙенәме, әллә эргәһендәге кешеләргәме тиҫтәләгән-йөҙләгән тапҡыр әйтә ине. Йәйен-ҡышын тәҙрә төбөндә сәскә атҡан гөлдәрен уйлап хәсрәтләнде.
Торорға, яңынан аяҡҡа баҫырға уның шул тиклем теләге ҙур булды. Һөйәк туҡымаһын нисек тиҙерәк уңалтыу, нығытыу тураһында медицина белешмәләрен алдырып уҡыны, йәш саҡта алған энциклопедияларын яңынан аҡтарҙы, врачтар менән кәңәшләште, үҙе һымаҡ имгәнгән кешеләрҙең тәжрибәһен өйрәнде. Һынған һөйәк буйынса бөтә белгәнен, ишеткәнен, уҡығанын бергә туплап, алтын урталыҡты табып, операцияһыҙ барыбер аяғына баҫты.
Күптән түгел уның тағы бер һоҡланғыс сифатын астым.
- Тормоштан, кешеләрҙән, күршеләрҙән ҡәнәғәт булырға өйрәнә башланым, - тип әйтеп һалды ул.
Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаһа ла, ул һаман үҙ өҫтөндә эшләй, холоҡ-фиғеленең ыңғай-кире яҡтарын анализлай ҙа баһа!
Ысынлап та, йыш ҡына күрше-тирәһе шаулауына, экологияға, илдә барған сәйәси ваҡиғаларға, магазиндағы аҙыҡ-түлектең сифатһыҙлығына, хаҡтарға зарланғанын ишеткәнем бар. Был холоҡ бөтәһендә лә бар тип, уға иғтибар ҙа бирмәй инем. Ә ул ошо ҡылығын кире сифат тип, унан ҡотолорға уйлай икән дә.
- Нисегерәк ҡәнәғәт булырға өйрәнәһегеҙ, - тим.
- Иң беренсе, быға тиклем мине тынысһыҙлаған, хәүефкә һалған, борсоған күренештәр менән ризалаша башланым. Күпме тыпырсынһам да, күршемдең төн уртаһына тиклем телевизор ҡарарға яратыуын, һатыуҙағы аҙыҡ-түлектең сифатын, хаҡын мин бер нисек тә үҙгәртә алмайым бит. Ошоға тиклем ошо ябай ғына нәмәне аңламағанмын. Әрләшеп-бәхәсләшеп, нисек тә булһа һүҙемде һүҙ итермен тип уйлап, үҙемә лә, башҡаларға ла тынғылыҡ бирмәгәнмен икән. Аллаға шөкөр, күршем эскесе йәки янъялсы түгел. Аҙыҡ-түлек магазинында ҡытлыҡ юҡ, теләгәнеңде һайлап алырға мөмкин, - ти ул.
Проблеманы хәл итә алмаһаң, уға ҡарашыңды үҙгәрт тигән хәҡиҡәткә туҡһанға аяҡ баҫҡас ҡына төшөнөп, камиллашыуҙың тағы бер баҫҡысына күтәрелде ул. Бына бит, үҙгәрәм тиһәң, һикһәндә лә, туҡһанда ла үҙгәрергә була бит. Тик үҙең өҫтөндә эшләргә генә генә кәрәк. Юғиһә, холоҡто үҙгәртеп булмай тип яңылышабыҙ...
Лена Абдрахманова.