

Ергән ауылының был конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Быйыл да үҙебеҙҙе унда һынап ҡарарға булдыҡ.
Сараның маҡсаты айыҡ тормошто популярлаштырыуҙан тыш, халыҡты сәләмәт, әүҙем, мәҙәни йәшәү образына ылыҡтырыуға йүнәлтелгән.
“Айыҡ ауыл” конкурсы иҫерткес эсемлек ҡулланмай ял итеү, күңел асыу мөмкинлеген күрһәтә. Үҫеп килеүсе быуынға айыҡ тормоштоң көндәлек талап икәнлеген иҫбатлай, рухи көстө бала саҡтан тәрбиәләүҙең мөһимлеген һеңдерә.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фирүзә МӨХӘМӘТШИНА, Ергән ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.