Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2025, 01:05

ҠАПҠА ТӨБӨНДӘ

Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,Егет килде ҡыҙын оҙатып.

ҠАПҠА ТӨБӨНДӘҠАПҠА ТӨБӨНДӘ
ҠАПҠА ТӨБӨНДӘ
Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,
Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,
Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.
 
Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.
 
Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман

Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.
 
Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.
 
Ҡабатлана шулай көн һайын.
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән,
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Ә. Атнабаев
Автор фотоһы.
 
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас