

Етә тиеп көҙҙәр һалҡыны.
Көҙҙәрҙең дә бит үҙ балҡыштары,
Көҙҙәрҙең дә бит үҙ ялҡыны.
Ана, күрсе, нисек сағыу саған,
Ниндәй ҡупшы утлы миләштәр!
Әйтерһең дә, улар һөйгән йәрен
Өҙөлөп кенә көткән кәләштәр.
Ана, ниндәй һылыу ҡатын-ҡайын,
Алтын шәлен һалған иңенә.
Бар донъяны һарыларға манған
Көҙһылыуҙың йәмен һиҙ генә!
Алма кеүек һутлы Көҙһылыуҙың
Татылығын-тәмен той ғына.
Хислеләргә - көҙ бит ялҡын хистәр,
Уйлыларға - көҙ бит уй ғына.
Күҙҙең яуын алыр һарысайға
Ах, ҡына тип хайран ҡаламын.
Нурлы һуҡмағынан эҙҙәр һалып,
Өҙөп ҡабам татлы баланын!
Яратмайса йәшәү мөмкинме һуң,
Етһәләр ҙә көҙҙәр һалҡыны.
Һүнмәһен тик, һүрелмәһен генә
Йөрәктәрҙә һөйөү ялҡыны!
Айзилә Мортаева.