Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
7 Октябрь 2025, 04:00

Йылмайығыҙ, кешеләр

Бәхетлеләр йылмая, тип

Йылмайығыҙ, кешеләрЙылмайығыҙ, кешеләр
Йылмайығыҙ, кешеләр

Ышаналар кешеләр.
Юҡ, бәхетлеләр йылмаймай —
Йылмаялар көслөләр!

Белмәйҙәр шул башҡайынан
Ниндәй уйҙар аҡҡанын.
Йылмайғандың күңелендә
Ниндәй һағыш ятҡанын.

Һағыштарҙы һелкеп ташлап,
Киптереп ҡайғы йәшен.
Йәшәй улар бирешмәйсә,
Һөйөп башҡара эшен.

Йылмайһаң, еңелерәк, тип
Йәшәй бара көслөләр.
Яҡтыраҡ булыр донъялар —
Йылмайығыҙ, кешеләр!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:
Читайте нас